Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 43:10 - Изге Яҙма

10 «Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 «Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙәрҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 «Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 43:10
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һарун ҡулын Мысыр һыуҙары өҫтөнә һуҙҙы ла тәлмәрйендәр, һыуҙан сығып, бөтә Мысыр ерен баҫып алды.


Кешеләр күрһен дә белһен, Бергә уйлап аңлаһындар – Быларҙы Раббы ҡулы эшләгән, Исраилдың Изгеһе булдырған».


Кем быларҙы ойошторҙо, бойомға ашырҙы? Башланмыштан алып быуын-быуынды донъяға саҡырыусы кем? Мин Раббы – беренсемен, Һуңғылар менән дә Мин буласаҡмын!»


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Мин Үҙем әйттем, ҡотҡарҙым. Шул турала иғлан иткән – Мин ул, Арағыҙҙа башҡа аллалар юҡ ине. Һеҙ – Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы. – Мин – Алла!


Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен.


Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Минән башҡа юҡ икәнде һәр кем белһен. Раббы Мин, башҡаһы юҡ.


Эй Яҡуп нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил, тыңла Мине! Был – Мин! Мин – беренсеһе һәм дә һуңғыһымын!


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.


Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин һине, ҡолом Минең Шеалтиил улы Зеруббавел, алырмын, мөһөр йөҙөгө кеүек итермен, сөнки һине һайланым». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.


Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Ул Мәсихте терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға.


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде.


Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.


бар нәмәнән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол булмышында, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне.


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Яхъя үҙе күргәндәрҙең барыһын – Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсихтең күрһәтеп һөйләгәндәре хаҡында шаһит булараҡ бәйән итә.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ