Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 41:11 - Изге Яҙма

11 Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 41:11
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», – тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте.


Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.


Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын.


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала


Шул саҡ Ариилға ҡаршы һуғышҡан күп һанлы ҡәүем, Уны һәм ҡәлғәһен ҡамағандарҙың һәммәһе, Уға золом килтергәндәр бары бер төш, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.


Сион тауына ҡаршы һуғышҡан күмәк халыҡтар өйөрө Төшөндә ашағанын күреп, ас уянған, Йоҡола һыуһын ҡандырғанын күреп, Сарсап килеп торған кеше кеүек булыр.


Унда батша итеп иғлан итерлек Бер генә затлы кеше лә ҡалмаҫ, Бөтә етәкселәренең ахыры етер.


Раббы алдында бөтә халыҡтар бер ни түгел, Юҡтан да аҙ, буп-буш.


Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».


Әммә һеҙ бер ни ҙә түгел, Бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ; Һеҙҙе һайлап алған кеше ерәнгес.


Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ».


Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.


«Эйе, – ти Раббы. – Көслөнөң ҡулындағы тотҡондар азат ителәсәк. Залимдың ҡулынан яумалы тартып алынасаҡ. Һинең менән алышҡандар менән Мин алышырмын, Балаларыңды Мин ҡотҡарырмын!


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Һиңә ҡаршы ҡорал күтәрһәләр, Һин белеп тор, улар Минән түгел. Һиңә һөжүм иткән һәр кем Алдыңда ергә йығылыр.


Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Ә Мине тыңламаған халыҡты төбө-тамыры менән йолҡоп юҡ итермен, – тип белдерә Раббы.


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Килеп, ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарғас, ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ