Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 4:3 - Изге Яҙма

3 Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 4:3
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым,


Сион – ғәҙеллек аша йолоп алыныр, Тәүбәгә килгән халҡы хаҡлыҡ менән ҡотолор.


Ул көндө Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡының иҫән ҡалғандары өсөн Гүзәллек тажы һәм шөһрәт таҡыяһы булыр.


Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.


«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар».


Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ.


Бына ҡорамға ҡағылышлы ҡанун: тау түбәһе һәм тирә-яҡтағы бөтә урын – изгеләрҙән изге буласаҡ. Ҡорамдың ҡануны бына шул!


«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.


Әммә ҡотолоп ҡалғандар Сион тауында йыйылыр. Был тау мөҡәддәс булыр, Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр.


– Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Әммә яуыз рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.


Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.


Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин табыныр өсөн Бәғел алдына теҙләнмәгән ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым».


Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел.


Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм һөйөклөләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.


Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр януарҙы күреп ғәжәпләнәсәк, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек эшләүсе лә, ялғансы ла инмәҫ, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инер.


Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ