Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 39:3 - Изге Яҙма

3 Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйнеләр? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйнеләр? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 39:3
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.


Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде.


Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Раббы Амасъяһҡа ныҡ асыулана һәм уға пәйғәмбәрен ебәрә. Пәйғәмбәр батшаға былай ти: – Ни өсөн ул халыҡтың аллаларына табынаһың һин? Улар үҙ халҡын һинең ҡулыңдан ҡотҡарып ҡала алманы бит.


Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине.


– Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам.


– Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.


Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“


Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ.


Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ