Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 39:2 - Изге Яҙма

2 Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 39:2
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине.


Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.


Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште.


Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.


Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.


Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә.


Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар;


Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.


Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә.


Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгән була. Ул батшаға бүләк иткән кеүек еҫле майҙарҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне булмай.


Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ