Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 37:16 - Изге Яҙма

16 «Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 «Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 «Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 37:16
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.


Һинең исемең мәңгелек данға күмелһен, «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Исраилдың Аллаһы!» – тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон.


Был таштарҙан Раббы исеменә бағышлап ҡорбан усағы яһаны ла, уратып, ике сеа ашлыҡ һыйырлыҡ соҡор ҡаҙыны.


Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы.


Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.


Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын.


Раббы түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Яуыздарҙы ергә төшөрә.


Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен».


Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.


Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.


Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:


Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем,


Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!


Ерҙе Мин яраттым, Унда йәшәгән кешене лә Мин бар ҡылдым; Минең ҡулдар күктәрҙе түшәне. Күк йөҙөндәге барлыҡ есемдәр Минең әмеремә буйһона.


Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.


Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.


Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһы ла Уның аша яратылған: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ