Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 33:4 - Изге Яҙма

4 Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 33:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала.


Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.


Кәмәләреңдең бауы бушаны, Мачталарҙы тота алманы, Елкәндәре асылманы. Шул саҡта бик оло яумал бүлгеләнер, Хатта аҡһаҡтар ҙа талаусыларға ҡушылыр.


Ҡөҙрәтле күкрәүеңдән халыҡтар ҡасыр; Һин ҡалҡҡанда, ҡәүемдәр тырым-тырағай һибелер.


Раббы бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ, Сөнки Ул күктәрҙе төйәк иткән. Ул Сионда ғәҙеллек, хаҡлыҡ урынлаштырыр.


Мин дә һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, һине ҡәүемдәргә таларға бирәм. Һине халыҡтар иҫәбенән юҡ итәсәкмен, илдәр араһынан юйып ташлаясаҡмын, һәләк ҡыласаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең».


Күс-күс булып оса саранча! Беренсе күс ашап бөтмәгәнде, Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра; Ә уларҙан нимә тороп ҡала, Шуны дүртенсе күс ҡырып һала.


«Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Ҡалаға бәреп керәләр, Диуар буйлап йүгерәләр, Тәҙрәләрҙән ҡараҡ кеүек Өйҙәргә үрмәләйҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ