Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 33:1 - Изге Яҙма

1 Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөтөргәс, һиңә хыянат итерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 33:1
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер, уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр.


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа, Таң атыуға юҡ булырҙар. Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы, Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай.


Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»


Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»


«Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.


Һин ишетмәнең дә, белмәнең дә. Әүәлдән ҡолағың томаланған. Мин һинең хыянатсыл икәнеңде беләм; Әсә ҡарынында саҡтан фетнәсе тип аталғанһың.


Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.


сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә.


Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.


Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ