Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 31:8 - Изге Яҙма

8 «Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 «Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаҫ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 «Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 31:8
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул тыныс һәм рәхәт урын, Күңеленә ятҡан бер ер күрһә, Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр, Ауыр хеҙмәткә буйһонор.


Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә.


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Оҙаҡламай, бик тиҙҙән һеҙгә булған асыуым үтер, Ярһыуым Ашшурҙы юҡ итеүгә йүнәлер.


Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Сөнки улар ҡылыстан ҡасалар, Ҡындан сыҡҡан яланғас ҡылыстан, Кирелгән йәйәнән, Һуғыш золомонан ҡаса улар.


Раббы Үҙ халҡын уларҙың дошмандарын язалаған кеүек язаланымы ни? Халҡын үлтергән ҡатилдар һымаҡ уны үлтерҙеме?


Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала


Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.


Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».


Сөнки Раббы бөтә кешелеккә Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр – Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр.


Был көн – Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы көнө, Үс алыу көнө. Дошмандарынан ҡон ҡайтарыр көн. Уларҙы ҡылыс туйынғансы ашаясаҡ, Һыуһыны ҡанғансы ҡан эсәсәк. Төньяҡ илдә, Евфрат йылғаһы буйында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким ҡорбан сала.


Ә һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Ғаммон халҡы һәм уларҙың мыҫҡыллауы тураһында Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс! Ҡырыр өсөн ҡынынан сығарылған, Юҡ итер өсөн, Йәшен кеүек ялтлаһын өсөн ҡайралған.


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ