Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:22 - Изге Яҙма

22 Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.


Һөнәрсе ҡойған ботҡамы? Көмөшсө уға алтын ялатыр, Уның өсөн көмөш сылбыр ҡойор.


Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.


Мәрхәмәт ялбарып, Сион ҡулын һуҙа, Ләкин уның йыуатыусыһы юҡ. Раббы бойороҡ бирҙе – дошмандары Яҡупты уратып алды. Йәрүсәлим улар уртаһында Ерәнгес бер нәмә һымаҡ ҡалды.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ.


Тауҙарҙа боттарға килтерелгән ҡорбандарҙы ашамай, Исраил нәҫеленең боттарына табынмай, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәй; Күрем күргән ҡатынға яҡынламай,


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Көмөштәрен урамға сығарып ташларҙар, алтындары нәжес әйбер һымаҡ булыр. Раббының асыуы түгелгән көндә уларҙы алтын менән көмөш ҡотҡара алмаҫ, тамағын туйҙырмаҫ, ҡорһаҡтарын тултырмаҫ, алтын менән көмөш уларҙы гонаһҡа һөйрәкләгән абыныу ташы булды.


Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Был үңәҙле кейем, буй һәм арҡау йөн йәки етен еп, күн йәки күн әйбер ҡаһин тарафынан яндырылыр. Был – зарарлы үңәҙ, әйбер утта яндырылырға тейеш.


– Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ