Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:14 - Изге Яҙма

14 Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык, Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык, Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:14
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.


Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Шуға күрә һәләкәте ҡапыл булыр, шифа тапмай, ҡотолғоһоҙ харап булыр.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.


Ана, улар һалам кеүек: Ут уларҙы яндырып юҡ итер. Үҙҙәрен дә ялҡындан ҡотҡара алмаҫтар. Йылынырлыҡ ҡуҙ түгел был, Алдында ултырырлыҡ ут түгел.


Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен».


Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».


Моавтың өй баштарында, Майҙандарында күмәкләп илашалар. «Моавты кәрәкһеҙ бер һауыт кеүек ваттым», – тип белдерә Раббы.


Саф алтынға тиң Сион улдары Көршәксенең ҡулы әүәләгән Балсыҡ көршәккә бәрәбәр булды.


Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.


Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен.


Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты.


Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ