Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 28:22 - Изге Яҙма

22 Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 28:22
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сапҡындар Әфраим менән Менашше ерҙәрендә ҡаланан ҡалаға йөрөй, зевулундарға ла барып етә, тик уларҙы көлөп һәм мыҫҡыллап ҡаршылайҙар.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып: – Барығыҙ, Аллағыҙға ҡорбанды ошо беҙҙең ерҙә килтерегеҙ, – тине.


Хаяһыҙ әҙәм – хөкөмдән, ахмаҡтың арҡаһы ҡамсынан ҡотола алмаҫ.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ, әйткәнемде ишетегеҙ. Һөйләгәнемде диҡҡәт менән тыңлағыҙ!


Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.


Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.


Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.


Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө.


Шунан Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм Бабилға алып китер өсөн баҡыр бығау кейҙерҙе.


Енәйәттәремде ҡалып итте, Бер-береһенә бәйләп, муйынға һалды. Бөйөк Хаким бөтөнләй тәҡәтемдән яҙҙырҙы, Мин ҡаршы тора алмаҫлыҡтарҙың ҡулына тапшырҙы.


Мин һиңә ҡаршы эш иткән көндәрҙә йөрәгең ҡалтырамаҫмы, ҡулдарыңдың хәле ҡалырмы? Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын.


Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да, Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ, Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ.


Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:


Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре: – Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ