Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 23:17 - Изге Яҙма

17 Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 23:17
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бынан һуң Тир ҡалаһы етмеш йылға, бер батшаның ғүмере оҙонлоғона, онотолор. Етмеш йыл үткәс, Тир фәхишә ҡатынға сығарылған таҡмаҡтағы һымаҡ булыр:


«Арфаңды ал, ҡала буйлап йөрө, Эй һәммәһе онотҡан фәхишә! Тырыш, матурыраҡ уйна, Йыр артынан йыр көйлә, Бәлки, һине иҫкә төшөрөрҙәр».


Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.


Күршеләрең, енси дәрте ташып торған Мысыр улдары менән зина ҡылдың. Үҙеңдең тыйғыһыҙ аҙғынлығың менән Мине ярһыттың.


Һәр юлдың сатында фәхеш убалары ҡорҙоң, һәр майҙанға табыныу ҡалҡыулыҡтары өйҙөң. Хатта фәхишә кеүек тә булманың һин, сөнки түләү итеп бирелгән бүләктәрҙе кире ҡаҡтың.


Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам.


Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!»


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.


Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр; Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр.


Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне.


Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә,


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға,


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ