Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 22:14 - Изге Яҙма

14 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 22:14
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы.


Әйтер Раббы: «Донъяны – яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм.


Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.


Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.


Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙҙәрен ишеттем мин: «Был ҙур, күркәм йорттар буш ҡаласаҡ, Уларҙа йәшәүсе булмаясаҡ.


Инде унда яңы тыуған сабыйҙар үлмәҫ, Өлкән йәшкә етмәйенсә, һис кем вафат булмаҫ. Берәйһе йөҙ йәштә донъя ҡуйһа, „Йәшләй китте“ тип әйтерҙәр, Йөҙгә етмәй киткәнде ҡарғалған тип һанарҙар.


Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен».


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.


Шуға күрә Ғәли нәҫеленә ант итеп әйтәм: Ғәли нәҫеленең ғәйебе ҡорбандар менән дә, саҙаҡалар менән дә мәңге юйылмаҫ.


Шаул килерҙән бер көн алда Раббы Шемуилға былай тип әшкәрткәйне:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ