Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 20:4 - Изге Яҙма

4 Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм яланаяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 20:4
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын яртылаш ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп ҡайтарып ебәрҙе.


Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә.


Мысырҙарҙы аяуһыҙ хаким ҡулына тапшырырмын. Улар менән ҡаты бәғерле батша идара итер». Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».


Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.


Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын».


Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен.


Эй Мысырҙа йәшәүселәр, Кәрәк-ярағығыҙҙы әҙерләгеҙ, Һөргөнгә китәсәкһегеҙ, Сөнки Ноф бушлыҡҡа әйләнәсәк, Емерелеп, кешеһеҙ ҡаласаҡ».


Уларҙы йәндәрен көҫәгәндәргә – Бабил батшаһы Навуходоносор һәм уның ярандары ҡулына – тапшырам. Әммә һуңынан Мысырҙа кешеләр элекке кеүек үк йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы.


Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.


«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»


Эй Шафир халҡы, Шыр яланғас, мәсхәрәлә килеш китерһегеҙ. Саананда йәшәгәндәр ҡалаларынан сыға алмаҫ, Бейт-Әсәлдең халҡы ҡайғырып йәш түгер: Һеҙгә ярҙам күрһәтеүсе булмаҫ.


Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.


Эй Куш халҡы, һеҙ ҙә Минең ҡылысымдан үлерһегеҙ».


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ