Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 2:18 - Изге Яҙма

18 Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 2:18
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк.


Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.


Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.


Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.


Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ ҡыйратылыр, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!»


Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен, Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың.


Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


– Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ