Ишағыяһ 19:19 - Изге Яҙма19 Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Башкирский ВЗ (неполный)19 Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөләсәк, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйыласаҡ. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма19 Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ.
Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.