Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 16:12 - Изге Яҙма

12 Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 16:12
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


Төш ауҙы. Улар киске ҡорбан мәленә тиклем диуаналаныуҙарын дауам итте, ләкин өн-тауыш ишетелмәне, уларға яуап биреүсе, иғтибар итеүсе табылманы.


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Шул саҡ батша үҙе урынына тәхеткә ултырырға тейеш булған иң өлкән улын ҡала диуары өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Был хәл исраилдарҙы шул тиклем тетрәндерҙе ки, улар ҡаланан сигенде һәм боролоп үҙ илдәренә ҡайтып китте.


Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.


Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.


Раббының Моав хаҡында элек белдергәндәре ошо.


Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.


Бер көндө, үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.


Кәңәштәрҙән йонсоп бөттөң инде. Әйҙә, күкте күҙәтеүселәр һәм йондоҙсолар, Яңы айға ҡарап юраусылар килеп, Башыңа төшкән ҡазаларҙан ҡотҡарһын.


Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».


Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.


Моавта ботҡа табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан килтереүселәрҙе, илаһтарына хуш еҫле матдәләр төтәтеүселәрҙе юҡ итермен, – тип белдерә Раббы».


Башыңа бәлә килде, Моав! Илаһ Кемоштың халҡы юҡ булды, Улдарың һөргөнгә ебәрелде, Ҡыҙҙарың тотҡонлоҡҡа эләкте.


Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.


Сөнки ут сыҡты Хешбондан, Ялҡын сыҡты Сихон ҡалаһынан, Моавтың Ғар ҡалаһын ялманы, Арнондағы табыныу ҡалҡыулыҡтарының Хужаларын ялмап юҡ итте.


Билғам Балаҡ менән юлға сыҡты һәм Ҡыръяҫ-Хусоҫҡа килеп етте.


Икенсе көндө иртән Балаҡ Билғамды эйәртте лә уны Бамоҫ-Бәғел ҡалҡыулығына алып менде. Бынан Исраил халҡының бер өлөшө күренә ине.


уны Писга тауы түбәһенә, бағауыл торған урынға, алып китте. Унда ете ҡорбан усағы ҡорҙо, һәр береһендә берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.


Балаҡ Билғамды Йешимон сүленә ҡарап торған Пеғор тауы башына алып менеп китте.


„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ