Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 15:3 - Изге Яҙма

3 Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 15:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.


Ҡатындың әйткәнен ишеткәс, батша хәсрәтенән кейемен йыртҡылап ташланы. Ул ҡала диуарының өҫтөндә торғанлыҡтан, халыҡ уның эстән ҡыл кейем кейгәнен күрҙе.


Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.


Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?


Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ».


Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар.


Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.


Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.


Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.


Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ.


Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ