Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 14:2 - Изге Яҙма

2 Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 14:2
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй.


Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!


Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны.


«Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


«Эйе, – ти Раббы. – Көслөнөң ҡулындағы тотҡондар азат ителәсәк. Залимдың ҡулынан яумалы тартып алынасаҡ. Һинең менән алышҡандар менән Мин алышырмын, Балаларыңды Мин ҡотҡарырмын!


Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Раббы былай ти: «Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ, Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк.


Яттар килеп мал-тыуарығыҙҙы бағыр, Сит ҡәүемдәр игенсе һәм баҡсасыларығыҙ булыр.


Раббы былай ти: «Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ, Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын. Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр, Тубығына ултыртып иркәләр.


Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр. Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер. Һине талағандар үҙҙәре таланыр, Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр.


Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. –


Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән-мәңгегә хакимлыҡ итәсәк».


Ул-ҡыҙҙарығыҙҙы Йәһүҙә халҡына һатырмын, ә улар алыҫ ҡәүемгә – шеваларға һатып ебәрер, – ти Раббы. –


Ҡолдарың, ҡолиәләрең әйләнә-тирәңдә йәшәгән ҡәүемдәрҙән булһын. Уларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып ала алаһың.


Әммә ҡотолоп ҡалғандар Сион тауында йыйылыр. Был тау мөҡәддәс булыр, Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр.


Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа!


Бына Мин ул ҡәүемдәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм һәм улар үҙҙәренең ҡолдарына табыш булыр». Шул сағында һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,


Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Йәрүсәлимдәге иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, тик һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе артынан эйәртеп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ