Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 13:21 - Изге Яҙма

21 Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр, Өйҙәргә өкөләр тулыр, Дөйәғоштар оя ҡорор, Тәкәләр уйнаҡлап йөрөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр, Өйҙәргә өкөләр тулыр, Дөйәғоштар оя ҡорор, Тәкәләре уйнаҡлап йөрөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр, Өйҙәргә өкөләр тулыр, Дөйәғоштар оя ҡорор, Тәкәләр уйнаҡлап йөрөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 13:21
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм, Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.


Ана, халдейҙар иленә ҡара: Ул халыҡ башҡа юҡ инде! Ашшур, ҡамау манаралары ҡороп, Уларҙың нығытмаларын емерҙе, Илде харабаға әйләндерҙе, Ерҙе ҡырағай хайуандарға бирҙе.


Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.


Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.


Шуға күрә унда ҡырағай хайуандар, Һыртландар, дөйәғоштар йәшәр, Быуындан-быуынға һис кем төйәкләнмәҫ.


дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре,


Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.


Унда мал-тыуар һәм Һәр төрлө ҡош-кейек хәл йыйыр, Аунап ятҡан бағана баштары араһында Ябалаҡтар менән терпе йәшәр, Тәҙрәләрҙән ҡош тауышы ишетелер. Кедр көплөгө айырылып төшкән Ишек тупһаларында ҡоҙғон ҡысҡырыр.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ