Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 10:4 - Изге Яҙма

4 Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 10:4
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй шау-шыулы, гөжләп торған ҡала! Үлтерелгәндәрегеҙ ҡылыстан да ҡырылманы, Һуғышта ла ҡоламаны.


Улар барыһы ла тотҡон һымаҡ Тәрән соҡорға тупланыр, зинданға бикләнер, Күп дәүерҙәр үткәндән һуң, язаланыр.


Үлтерелгәндәр күмелмәй ятып ҡалыр, Мәйеттәрҙән һаҫыҡ еҫ таралыр, Тауҙар уларҙың ҡанынан ебеп ағыр.


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Сөнки Раббы бөтә кешелеккә Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр – Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр.


Шуға Раббы Ресиндың дошмандарын күтәрҙе, Уға ҡаршыларҙы ҡотортто.


Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.


Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Уңын киҫерҙәр ҙә ас ҡалырҙар, Һулын ашарҙар – туймаҫтар; Һәр кем үҙ яҡынын ашар.


Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».


Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине».


Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ