Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 1:3 - Изге Яҙма

3 Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 1:3
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.


Яман әҙәм ғәҙеллектең нимә икәнен белмәҫ, ә Раббыны эҙләүселәр тулыһынса аңлай.


Эй ялҡау, ана ҡырмыҫҡаға баҡ, уның тырышлығын күреп, аҡыл ал:


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Күп нәмәләр күрҙең, тик иғтибарға алманың; Ҡолағың асыҡ ине, тик ишетмәнең».


Был кешеләр белмәй, аңламайҙар, Сөнки күҙҙәре лә, зиһендәре лә томаланған – Күрмәйҙәр, фекер йөрөтә белмәйҙәр.


Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.


Шуға ла халҡым, белдекһеҙлеге өсөн, Һөргөнгә олаҡтырылыр; Затлылары аслыҡтан ҡырылыр, Ябайҙары һыуһыҙлыҡтан ғазапланыр.


Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.


Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Рехав улы Йонадавтың нәҫеле аталарының бойороғон тота, ә был халыҡ Мине тыңламай.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.


Ә бит хатта күктәге ҡауҙы ла үҙ миҙгелен белә, Алатуба ла, ҡарлуғас та, торна ла Ваҡыт еткәс кенә ҡайта. Ә Минең халҡым үҙ Раббыһының Ҡанун-ҡағиҙәләрен белмәй.


Быларҙың барыһын да ҡылған сағыңда нәфсең шул тиклем аҙғын ине, – тип белдерә Раббы Хаким, – һин хаяһыҙ фәхишә һымаҡ ҡыландың!


Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алда гонаһ ҡылдыҡ.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Әммә улар күктең һәм ерҙең борондан булыуын, уларҙың Алла һүҙе менән һыуҙан һәм һыу аша яратылыуын юрый һанға һуҡмайҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ