Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 1:29 - Изге Яҙма

29 Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 1:29
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.


Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.


Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр, Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр, Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр».


Бот яһағандар оятҡа ҡалыр, мәсхәрәгә батыр. Хурлыҡҡа төшөп, бөтәһе бергә китер.


Имәндәр араһында, Суҡ япраҡлы һәр ағас аҫтында дәртегеҙ ҡотора. Уйһыуҙарҙа, ҡаялар ышығында Балаларығыҙҙы ҡорбанға килтерәһегеҙ.


Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә.


«Әйҙәүселәргә эйәреп баҡсаларға табынырға барыу өсөн үҙҙәрен паклағандар, сусҡа, сысҡан һәм башҡа ерәнгес йәнлектәрҙең итен ашағандар һәммәһе һәләк буласаҡ, – тип белдерә Раббы. –


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Тау баштарында ҡорбан салалар, Ҡалҡыулыҡтарҙа – имән, тирәк, теребинҫ аҫтында Күләгәлә рәхәтләнеп хуш еҫ төтәтәләр. Бына ни өсөн ҡыҙҙарығыҙ фәхешлек итә, Килендәрегеҙ зина ҡыла.


Ел уларҙы үҙ ҡанатында өйрөлтөп алып китер. Үҙ ҡорбанлыҡтары ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ