Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 1:26 - Изге Яҙма

26 Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын. Шунан һуң „Хаҡлыҡ ҡалаһы“, „Тоғро ҡала“ тип һин аталырһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын. Шунан һуң һине „Хаҡлыҡ ҡалаһы“, „Тоғро ҡала“ тип һин аталырһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын. Шунан һуң „Хаҡлыҡ ҡалаһы“, „Тоғро ҡала“ тип һин аталырһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 1:26
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!


Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Раббы бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ, Сөнки Ул күктәрҙе төйәк иткән. Ул Сионда ғәҙеллек, хаҡлыҡ урынлаштырыр.


Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!»


Йәһүҙә менән Исраилға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын, уларҙы элекке кеүек нығытырмын.


Был ер Исраил иле хакимының биләмәһе булыр. Бынан ары хакимдарым Минең халҡыма золом ҡылмаҫ, Исраилдағы ырыуҙарға ҡалған ерҙе бүлеп бирер.


Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».


Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».


«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.


Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек эшләүсе лә, ялғансы ла инмәҫ, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ