Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 1:2 - Изге Яҙма

2 Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 1:2
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул ата-бабаларының Аллаһы Раббынан ваз кисте, Раббының юлынан йөрөмәне.


Асафтың мәҙхиәһе. Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай; Ҡояш сығышынан байышына саҡлы Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала.


Ғәйебемде ныҡлап йыуып ағарт, Гонаһымдан мине, зинһар, таҙарт.


«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.


Улар фетнәсел халыҡ, алдаҡсы балалар! Раббы ҡанунына ҡолаҡ һалырға Теләмәгән балалар улар.


Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!


Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар!


Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ! Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған, Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла, Атабыҙ Һинһең, йә Раббы, Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең – «Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең».


Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом.


Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине.


Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!


«Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!


Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам».


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Был фетнәсел халыҡҡа мәҫәл һөйлә. Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Ҡаҙан аҫ. Ҡаҙан аҫ та һыу ҡой.


шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.


Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө».


Мин бөгөн күк менән ерҙе шаһитлыҡҡа саҡырып, һеҙгә йәшәү йәки үлем, фатиха йәки ләғнәт һайларға тәҡдим итәм. Тормошто һайлағыҙ – ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә, тоҡомоғоҙ ҙа йәшәйәсәкһегеҙ.


«Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ