Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 1:10 - Изге Яҙма

10 Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 1:10
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.


Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр, Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ!


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Улар фетнәсел халыҡ, алдаҡсы балалар! Раббы ҡанунына ҡолаҡ һалырға Теләмәгән балалар улар.


Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, үҙ белдектәре менән пәйғәмбәрлек иткән кешеләргә әйт: Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә!


Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом.


Һеңлең Содомдың ғәйебе бына нимәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар.


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Ишағыяһ алдан уҡ әйткәнсә: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙгә нәҫел ҡалдырмаған булһа, беҙ Содом кеүек булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек».


Уларҙың йөҙөмө Содом ағасында, Ғамора баҡсаларында үҫкән. Уларҙың емештәре ағыулы, тәлгәштәре әсе.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ