Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 8:17 - Изге Яҙма

17 Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе – кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе, кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе – кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 8:17
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың боттарына табынып, Тоҙаҡтарына ҡаптылар.


Ҡояшты көн менән идара итергә ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.


– Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.


Мин Осрашыу сатырын һәм ҡорбан усағын изгеләндерермен, Миңә ҡаһин булып хеҙмәт итһендәр өсөн, улдары менән Һарунды изгеләндерермен.


Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.


Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы.


сөнки бөтә беренсе булып тыуғандар – Минеке. Мысыр ерендәге баш балаларҙы юҡ иткән сағымда, Исраилда кешенән алып мал-тыуарғаса барлыҡ беренсе булып тыуғандарҙы Үҙемә айырып алдым. Улар Минеке буласаҡ. Мин – Раббы.


Хәҙер иһә исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балалары урынына левиҙәрҙе алдым.


сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылғайны.


«Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит.


Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Исраил халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ