Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 5:27 - Изге Яҙма

27 Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 5:27
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.


Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.


Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».


Иҫән ҡалған һәм, төйәкләнмәк булып, Мысырға юлланған йәһүҙиҙәрҙе һәләк итәсәкмен. Улар барыһы ла юҡ ителер, Мысыр тупрағына йығылыр. Ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырылыр. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем ҡылыстан һәм аслыҡтан үлер, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә, хурлыҡ һәм мәсхәрәгә дусар булыр.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Әгәр ҡатын иренә хыянат итеп, нәжесләнһә, иренән башҡа берәү уның менән яҡынлыҡ ҡылған булһа,


Әгәр ҡатын нәжесләнмәгән һәм пак булһа, зыян күрмәҫ, балаға уҙыр хәлдә ҡалыр.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?


Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ