Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 35:19 - Изге Яҙма

19 Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 35:19
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.


– Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ.


Бына хәҙер бөтә нәҫел-нәсәп миңә ҡаршы сыҡты: «Үҙ туғанын үлтергән кешене бир беҙгә, ағаһын үлтергән өсөн беҙ уның үҙен үлтерәбеҙ, шул рәүешле беҙ вариҫтан ҡотолабыҙ», – тиҙәр. Былай булһа, улар минең һуңғы өмөт сатҡыһын да һүндерәләр бит, ерҙә иремдең исеме лә, тоҡомо ла ҡалмаясаҡ.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе.


Әҙәм үлтергән кеше йәмғиәт алдында хөкөмгә баҫтырылғанға тиклем харап ителеп ҡуймаһын өсөн ҡан өсөн ҡан тип үс алыусынан ҡасып торорға ошо ҡалаларығыҙ булыр.


Әгәр берәйһе икенсе берәүгә кеше үлтерерлек ағас ҡорал менән һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.


Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә,


йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала.


ул сағында йәмғиәт үлтереүсе менән ҡан өсөн үс алыусы бәхәсен ошо күрһәтмәләр буйынса хәл итергә тейеш.


ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ,


үҙ ҡалаһының аҡһаҡалдары, артынан кеше ебәреп, ҡасҡан еренән кире килтертер һәм ҡан үсе алырға тейешле кеше ҡулына тапшырыр.


Һыйыныу ҡалаһы үтә алыҫ булһа, үлгән кеше өсөн ҡон ҡайтарырға тейеш булған туғаны, ҡыҙыулыҡ менән ҡыуып етеп, үлтереүсенең йәнен алыуы бар; ә бит ул үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки үлгән кешегә ҡарата күңелендә дошманлыҡ юҡ ине.


Берәйһе яуыз ниәтһеҙ, яңылышлыҡ менән кеше үлтерһә, ҡан үсен ҡайтарыусынан шунда ҡасып ҡотола алыр.


Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған.


Гидғон: – Улар минең бер туғандарым, әсәйемдең улдары ине. Тере Раббы шаһит: әгәр ҙә һеҙ уларҙы иҫән ҡалдырған булһағыҙ, мин һеҙҙе үлтермәҫ инем, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ