Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 26:20 - Изге Яҙма

20 Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Нәҫелдәренә күрә йәһүҙәләр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 26:20
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә килене Тамарға: – Улым Шела үҫеп еткәнсе, атаң йортонда тол ҡатын булараҡ йәшәп тор, – тине. Ағалары кеүек был улы ла үлеп ҡуймаһын тип уйланы ул. Шулай итеп, Тамар атаһы йортона ҡайтты.


Ул тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Ғенайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы – был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны.


Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла уға Шела тип исем ҡушты. Был ваҡытта Йәһүҙә Кезивта ине.


Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.


Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.


Йәһүҙә улы Шеланың улдары: Леханың атаһы Ғер, Марешаның атаһы Лағда һәм Бейт-Ашбеағтағы етен туҡыусы нәҫелдәр;


Йәһүҙә улы Пәрәс тоҡомонан: Бани улы Имри, Имри улы Ғомри, Ғомри улы Ғаммиһуд, Ғаммиһуд улы Ғуҫай;


Шела нәҫеленән: баш балаһы Ғасаяһ менән уның улдары;


Йәһүҙәнән тыуған Зерах нәҫеленән булған Мешезавил улы Пеҫахъяһ Фарсы батшаһының Исраил халҡына ҡағылышлы эштәре буйынса вәкиле ине.


Пәрәс нәҫеленән Йәрүсәлимдә төпләнгәндәр дүрт йөҙ алтмыш һигеҙ кеше, улар ҡаһарман яугирҙәр ине.


Пәрәс улдары: Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Хамулдан – Хамул нәҫеле.


Йәһүҙә Тамарҙан тыуған Пәрәс һәм Зерахтың атаһы; Пәрәс – Хесрондың, Хесрон – Арамдың,


Нахшон – Ғамминадав улы, Ғамминадав – Админ улы, Админ – Арни улы, Арни – Хесрон улы, Хесрон – Пәрәс улы, Пәрәс – Йәһүҙә улы,


Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше; Рәүвән нәҫеленән ун ике мең; Ғад нәҫеленән ун ике мең;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ