Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 16:38 - Изге Яҙма

38 Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

38 Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 16:38
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Сөләймән батша Раббы исеме менән ант итте: – Әгәр Адонияһтың был теләге башына етмәһә, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тине. –


Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон үҙ ҡандары ҡойолоуға, үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр.


Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы, ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың.


Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә».


Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме?


Мин ул кешегә ҡаршы боролормон, уны башҡаларға һабаҡ һәм ғибрәт итермен, халҡым араһынан ҡыуырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.


– Һарун улы Әлғазар ҡаһинға әйт, янғын урынында төтәҫләгестәрҙе, ҡуҙҙарын ситкә түгеп, йыйып алһын, сөнки улар изге.


Әлғазар ҡаһин ут яндырған кешеләрҙең баҡыр төтәҫләгестәрен йыйып алды, уларҙы ҡорбан усағын көпләр өсөн табаҡ-табаҡ итеп сүкеп йәйҙеләр.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Шул ваҡытта ер, ярылып китеп, уларҙы йотҡайны – Ҡорах һәм уның яҡлылар һәләк булғайны. Ике йөҙ илле кешене ялҡын көйҙөрөп үлтергәйне һәм улар иҫкәртеүсе билдә булғайны.


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ