20 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.
Ҡорах Муса менән Һарунға ҡаршы үҙе яҡлыларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына йыйғас, бөтә йәмғиәт алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды.
– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.