Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 16:15 - Изге Яҙма

15 Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 16:15
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.


Тупламға яҡынайыу менән Муса үгеҙ башмаҡ һынын, халыҡтың бейешкәнен күрҙе. Асыуы ялҡынланып, ҡулындағы таҡтаташтарҙы тау итәгендә ергә күтәреп бәрҙе лә улар селпәрәмә килеп ватылды.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.


Муса Ҡорахҡа былай тине: – Иртәгә һин үҙең һәм һине яҡлап сыҡҡан бөтә кеше Раббы ҡаршыһына баҫығыҙ, Һарун да шунда булыр.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙермен! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек.


Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.


Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ