Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 15:39 - Изге Яҙма

39 Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

39 Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп Миңә хыянат итмәҫһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 15:39
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, ул үҙе тәғәйенләгән ваҡытта – һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөндә Исраил халҡы өсөн байрам үткәрҙе һәм хуш еҫ төтәтеү өсөн Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағына күтәрелде.


Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа, Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа, Ҡулдарым бысранған булһа,


Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


Үҙенә генә иҫәп тотҡан алйот була, аҡыл юлынан барыусылар ҡотола.


Улым, мин өйрәткәнде онотма, бойороҡтарымды йөрәгеңдә һаҡла;


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.


Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!


Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан.


ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.


Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ