17 Инде бөйөк Хакимым көсөн күрһәтһен ине!
Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.
«Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер.
Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең.
Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Шунан Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.