Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 14:14 - Изге Яҙма

14 Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуынды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 14:14
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


Көндөҙ болот бағанаһы эсендә улар алдынан юл күрһәтеп барҙың, ә төндә ут бағанаһы эсендә барыр юлдарын яҡтырттың.


Һин уларға сикһеҙ мәрхәмәт күрһәттең – уларҙы сүллектә ҡалдырманың. Улар барған юлда көндөҙ баштары өҫтөнән болот бағанаһы китмәне, ә төндә барыр юлдарын ут бағанаһы яҡтыртты.


Эштәре менән үҙҙәрен бысраттылар, Ғәмәлдәре менән аҙғынлыҡҡа баттылар.


Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,


Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй.


Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.


Көндөҙ Изге торлаҡ өҫтөндә Раббы болото торҙо, төнөн болот эсендә ут янды – быны исраилдарҙың һәммәһе лә күрҙе. Улар сәфәрҙә булған осорҙа гелән шулай булды.


Туҡталған урындарынан ҡуҙғалған ваҡытта Раббының болото көндөҙҙәрен уларҙың өҫтөндә булды.


Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


– Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?


Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.


Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек.


Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы.


әйтте: «Аллабыҙ Раббы беҙгә үҙенең шөһрәтен һәм бөйөклөгөн күрһәтте. Ут эсенән Уның тауышын да ишеттек. Бөгөн беҙ Алланың кешегә мөрәжәғәт иткәнен һәм кешенең тере ҡалғанын күрҙек.


Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште.


Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.


Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ