Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 11:20 - Изге Яҙма

20 ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: «Мысырҙан ниңә киттек икән?» – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 11:20
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор».


Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Кисен туплам өҫтөнә бүҙәнәләр осоп килеп тулды, иртәнсәк туплам тирәләй ысыҡ төштө.


– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


– Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ!


Тамағы туҡ әҙәм баллы кәрәҙҙе лә тапап үтер, тамағы асҡа әсе лә татлы күренер.


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Бөтөн халыҡҡа ҡайҙан алып ит ашатайым? Улар алдыма килеп илай-илай: «Беҙгә ит ашат!» – тип һорай.


Бер көн түгел, ике көн түгел, биш тә, ун да, егерме көн дә түгел,


Муса былай тине: – Минең эргәмдә алты йөҙ мең йәйәүле яугир, ә Һин: «Мин уларға ит бирәм, ай буйы ашарҙар», – тиһең.


Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән?


Шунан бер-береһенә: – Үҙебеҙгә етәксе ҡуяйыҡ та Мысырға кире ҡайтайыҡ, – тип әйтә башланылар.


– Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең!


Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни?


Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо: – Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр.


«Мыҫҡыл итеүселәр, ҡарағыҙ! Хайран ҡалып юҡҡа сығығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ».


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ.


Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ