Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 11:17 - Изге Яҙма

17 Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 11:17
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.


Алла, Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң, юғарыға олғашты.


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтты.


Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.


Аръяҡҡа сыҡҡас, Ильяс Ильясиғиндан: – Әйт, яныңдан алып кителгәнемә тиклем һиңә нимә эшләйем? – тип һораны. – Һинең рухыңдан миңә мираҫҡа ике өлөш ҡалһын ине, – тине Ильясиғин.


Уларға өгөт-нәсихәт өсөн Һин игелекле рухыңды бирҙең, Үҙең биргән майҙәне ауыҙҙарынан тартып алманың, һыуһындарын ҡандырырға һыу бирҙең.


үҙең дә йонсойһоң, халҡыңды ла ыҙалатаһың. Был һинең яңғыҙыңдың ғына ҡулынан килә торған эш түгел.


Кешеләр араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итер, мөһим эштәрҙе генә һиңә тапшырыр, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итер. Өҫтөңдән йөк төшөр, йөктө улар һинең менән бергә күтәрешер.


иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк.


Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды.


Раббы болот эсендә аҫҡа төштө, Муса алдына баҫып, Үҙенең «Раббы» исемен әйтте.


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Унан халыҡ әүәлге көндәрҙе, Муса заманын иҫкә төшөрҙө. Үҙ көтөүен һәм көтөүселәрен Диңгеҙҙән алып сыҡҡан, Араларына Изге Рухын ебәргән,


Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.


Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.


Раббы болот бағанаһында төштө лә, сатыр алдында туҡтап, Һарун менән Мирйәмде саҡырып алды. Былар икеһе лә килеп баҫты.


Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Раббы Мусаға былай тине: – Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал,


Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.


Шунда һине Раббы рухы солғап алыр, һин дә улар менән бергә пәйғәмбәрлек итерһең һәм бөтөнләй башҡа кешегә әйләнерһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ