Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 10:33 - Изге Яҙма

33 Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

33 Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

33 Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 10:33
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!


Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер:


Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Раббы уларға: «Бында рәхәт, Әйҙә арығандар хәл алһын, Бында тыныс урын», – ти торғайны. Әммә улар ишетергә теләмәне.


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


Һеҙ был ерҙә бик ишәйеп, үрсеп киткән көндәрҙә, – тип белдерә Раббы, – ул көндәрҙә Раббының Килешеү һандығы тураһында бер кем дә һөйләмәҫ. Улар Һандыҡ тураһында уйламаҫ, уны иҫкә лә алмаҫ, һағынмаҫ һәм яңыһын яһамаҫ.


Раббы былай ти: «Ҡылыстан иҫән ҡалған Исраил халҡы Сүлдә мәрхәмәтемде ҡаҙанды. Мин Исраилды рәхәткә сығарырмын».


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Исраилдар Синай сүленән ҡуҙғалып китте һәм, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, юлдарын дауам итте. Болот Паран сүленә етеп туҡтаны.


– Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр.


Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр.


Алланың Килешеү һандығы ул дәүерҙә шунда – Бейт-Илдә тора, Һарун улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас шул һандыҡ янында хеҙмәт итә ине. Исраил ғәскәре Раббынан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин ырыуына ҡаршы һуғышты дауам итергәме беҙгә? – тип һораны. – Дауам итегеҙ. Мин иртәгә уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырам, – тине Раббы.


Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары: – Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ