Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 9:7 - Изге Яҙма

7 Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 9:7
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.


Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең тәрән аҡылың тураһында яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Һин мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк тораһың икән.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған.


Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!


Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә.


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Аҡыл туплау көмөш йыйыуҙан яҡшыраҡ, сөнки аҡыл алтындан затлыраҡ.


Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын, уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй –


Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.


Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы.


Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ