22 Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк була.
Сөләймән иһә һәр йыл Хирамдың һарайына егерме мең кор бойҙай, егерме кор ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы оҙатып торҙо.
Кешеләрем бүрәнәләрҙе Ливандан диңгеҙгә ташыр. Унан һал бәйләп, һин билдәләгән урынға илтербеҙ ҙә мин һалдарҙы таратырмын, һин бүрәнәләрҙе шунан килеп алырһың. Тик һин дә бер теләгемде үтә: һарайымды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тор».
зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.
Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн ерҙәге бөтә батшалар уны күрергә атлығып тора.
Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.