3 Шунан Сөләймән Хамаҫ-Соваға ҡаршы яу асып, уны ҡулға төшөрә.
Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте.
Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?
Сова батшаһы Һададғәзәр Евфрат йылғаһы буйында үҙ хакимлығын нығытырға тип килә ятҡанда Дауыт Хамаҫта уны ла ҡыйрата.
Ул Хирам батша биргән ҡалаларҙы ла төҙөкләндерә һәм уларға Исраил халҡын төйәкләндерә.
Сүллектә Тадмор ҡалаһын һәм Хамаҫта кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтөп бөтөрә.
Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.
Һорҙан Лево-Хамаҫҡа тиклем үткәрегеҙ. Артабан сик Седадҡа тартылыр;