15 Батшаның ҡаһиндар менән левиҙәр тураһындағы, шулай уҡ хазиналарға һәм теләһә ниндәй башҡа эшкә ҡағылышлы күрһәтмәләре һис тайпылышһыҙ үтәлә.
Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.
Икенселәренә йыһаздар, изге торлаҡтағы башҡа кәрәк-яраҡ, иң яҡшы он, шарап һәм зәйтүн майы, ладан һәм хуш еҫле матдәләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.
Раббы ҡорамына нигеҙ һалғандан алып уны төҙөп бөткәнгә тиклем, Сөләймәндең барлыҡ эше шулай ойошторолған була. Шулай итеп, Раббы ҡорамын төҙөү тамамлана.