Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 8:12 - Изге Яҙма

12 Шул осорҙа Сөләймән ҡорамдың айуаны ҡаршыһында төҙөткән ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә башлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 8:12
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

саф алтындан яһалырға тейешле сәнскеләр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр, ҡомғандар, алтын табаҡтар өсөн күпме алтын, көмөш табаҡтар өсөн күпме көмөш;


Ошонда, Раббы ҡаршыһында, Осрашыу сатыры алдындағы баҡыр ҡорбан усағында, Сөләймән мең дана тотош яндырыу ҡорбаны килтерә.


Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта.


Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә.


Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».


Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


Ғайса Алла йорто янындағы Сөләймән айуаны буйлап йөрөгән саҡта,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ