10 Сөләймән батшаның халыҡҡа етәкселек итеү өсөн ике йөҙ илле мөдире була.
Өҫтәүенә, эште ойоштороп, ҡарап тороусы өс мең өс йөҙ кеше тәғәйенләнде.
Сөләймәндең төҙөлөш эштәренә һәм унда ҡатнашҡан халыҡҡа етәкселек итеүсе биш йөҙ илле мөдире бар ине.
Сөләймән быларҙың етмеш меңен йөк ташыусы, һикһән меңен тауҙарҙа таш ҡырҡыусы, өс мең алты йөҙөн халыҡты ҡарап эшләтер өсөн күҙәтеүсе итеп ҡуя.
Ә фирғәүен ҡыҙын Сөләймән Дауыт ҡалаһынан уның өсөн махсус һалдырған һарайға күсерә. Ул былай ти: – Минең ҡатыным Исраил батшаһы Дауыттың һарайында йәшәргә тейеш түгел, сөнки был урын изге, унда Раббының һандығы ингәйне.
Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәй. Улар батшаға һуғышсылар, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итә.