Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 7:19 - Изге Яҙма

19 Әгәр ҙә һеҙ Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙән тайпылып, баш тартһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 7:19
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Әгәр ҙә Мин уларға Муса аша еткергән бөтә ҡанунды, ҡағиҙә һәм ҡарарҙарҙы үтәһәләр, Мин ата-бабаларығыҙға биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тип әйткән була.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Раббы былай тине: – Биргән ҡанунымды ташланылар, Минең әйткәндәремде тыңламанылар,


Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ,


Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ.


Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, өҫтөгөҙгә ошо ләғнәттәр төшөр.


Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.


Әгәр ҙә золом ҡылыуҙан туҡтамаһағыҙ, үҙегеҙ ҙә, батшағыҙ ҙа юҡ булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ