17 Һин дә атайың Дауыт кеүек Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,
Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.
Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.
Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.
Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек хаҡ юлымдан йөрөһәләр, һин Миңә хеҙмәт иткән һымаҡ хеҙмәт итһәләр, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа, биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек, Минең ҡанунымды үтәп, хаҡ юлымдан йөрөһә, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең.
Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.
атайың Дауытҡа: «Һинең нәҫелеңдән Исраилға хакимлыҡ иткән ир заты өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды тотороҡло ҡылырмын.
Улар менән килешеүен иҫенә төшөрҙө, Сикһеҙ мөхәббәте хаҡына шәфҡәт күрһәтте.
Хәлем ауыр, Мәшәхтә килмешәкмен; Төйәгем – Ҡыдар сатырҙарында.
Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.
– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.
Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.
Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.