15 Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр.
Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.
Инде, эй Аллам, ошо урында уҡылған доғаларға күҙҙәрең асыҡ, ҡолаҡтарың һиҙгер булһа ине.
Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.
Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.
Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!
Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр, йә Раббы; Һине, тере Алланы, хурларға ебәргән Санхеривтың бөтә һүҙҙәрен ишет.
Был ерҙе Аллаң Раббы Үҙе ҡайғырта: Аллаң Раббы уны йыл әйләнәһенә күҙ уңынан ысҡындырмай.
Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, ҡолағы ҡылған доғаларына асыҡ. Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға».