14 Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен.
Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.
Йәһүҙиҙәр Раббынан ярҙам ялбарырға тип бергә йыйыла. Улар Раббыға мөрәжәғәт итер өсөн Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларынан килә.
ҡолдарың Исраил халҡына күктәрҙән тороп ҡолаҡ һал, уларҙың гонаһын ғәфү ит. Уларға тик шунан йөрөһөндәр өсөн тоғро юлды күрһәт, халҡыңа биләмә итеп биргән тупраҡҡа ямғыр яуҙыр.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.
Раббы – халҡының ҡөҙрәте, Үҙе мәсехләгән батшаның һыйынысы, ҡотҡарыусыһы!
Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал!
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.
«Йолоп алыусы – Сионға, Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы.
Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.
Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе!
Шуға ҡарамаҫтан, Мин был ҡаланы имләрмен һәм шифалармын, халҡын һауыҡтырып, тыныс һәм имен тормош бирермен.
Ул көндәрҙә, ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраил халҡы һәм Йәһүҙә халҡы бергәләшеп килер, илай-илай йөрөп, Аллалары Раббыны эҙләр.
«Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы. Ташлағыҙ уны, Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ. Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте, Болоттарға тиклем күтәрелде».
Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?
Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»
Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңа әйт: «Тоғро кеше енәйәт ҡылһа, уны тоғролоғо ҡотҡармаҫ. Яуыз кеше яманлығын ташлаһа, ҡылған яманлығы өсөн язаланмаҫ. Тоғро кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, тоғролоғо язанан ҡотҡармаҫ.
Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен.
– Тура урам тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йәшәгән өйгә ин, Шаул исемле Тарсос кешеһен һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла.
Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.